Раүил Бикбай –беҙҙең ағай,
Яратҡан яҡташыбыҙ.
Тыуған ауылы Ҡунаҡбай,
Туҡ-Сорандар барыбыҙ.
Ғабдрафиҡ тигән ауылда
Мәктәптә ул уҡыған.
Үҫеп еткәс Аҡбулаҡҡа
Белем алырға барған.
Уҡытыусылыҡ юлдарын
Баласаҡта һайлаған.
Педучилище бөтөрөп,
Оло юлдарға сыҡҡан.
Юғары белем алғанда
Яҙыша ул башлаған.
“Дала офоҡтары” тигән
Шиғырҙары баҫылған.
Һанап тормайынса ғына
Яҙырға хәҙер китәм,
Ниндәй эштәрҙе эшләгән.
Ниндәй китаптар яҙған...
Күренекле шағирыбыҙ
Әҙәбиәт ғалимы,
Филология фән докторы,
Уҙ телен һаҡлаусыһы,
Яҙыусылар союзынын
Күп йылдары ағзаһы,
Ҡоролтайһың депутаты,
“Спорт комитет” рәйесе,
Төрлө ордендар алыусы,
Премиялар лауреаты....
...Ике илде ул бәйләне
Ырымбур һәм Ватанды.
Баш илендә ул йәшәне,
Һағынды Туҡ-Соранды.
Онотманылар Бикбайҙы
Ырымбур яҡташтары.
Дүрт йыл уҡыған ерендә
Ҡуйылды таш таҡтаһы.
Ҙур делегация килгән
Башҡортостан иленән.
Яҡшы һүҙҙәр мул әйтелгән
Бикбайға бағышланған.
Яратты ул башҡорт халҡын,
Уҙенең яҡташтарын.
Күрергә ул бик теләне
Халҡының уңыштарын.
Хөрмәт күрҙе уның рухы,
Ҡыуанһын беҙҙең ағай.
Халыҡ шағиры ул булды,
Далалар уны данлай.
Күп китаптар иҫтәлеккә
Ҡалдырҙы Бикбайыбыҙ.
Юҡ. юғалмай, гел иҫтә ул,
Беҙҙең Рауил ағабыҙ.24,09,24,
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2