Булһын, әйҙә, тик хыялда ғына:
Йөрөйөм мин йәшлек илемдә.
Эй тулай йән һыймай күкрәгемә,
Наҙлы һүҙҙәр генә телемдә.
Шашып шашҡан елдәй өйөрөләм,
Һөйөүемде сәсәм еремә.
Шытып сығып балҡып торһон әле,
Осҡон һибеп йөрәк түремә.
...Йәшлек һалған эҙҙәремдән үттем:
Гөл - сәскәгә күмеп үрелгән!
Шул уҡ туғай, шул уҡ болон кеүек...
(Үҙгәреш юҡ күҙгә күренгән).
Шул уҡ хистәр наҙлай, шул уҡ уйҙар...
Шул уҡ һағыш алды уратып.
Аяҡ аҫты тулы ромашкалар
Күҙ ҡыҫҡандай һөйөү юратып...
Үтелмәгән, әйтерһең дә, йылдар ...
Шул бер һүҙҙәр һаман телемдә:
"Һаумы, йәшлек! Һаумы тәүге һөйөү!"
Баҫып торам йәшлек илемдә...
***
Йәшлек бит ул - ҡуш ҡанатлы,
Тиҙлектәре - йыһан карабы!
Һиҙмәйһең дә, осоп уҙып китә,
Әйтерһең дә яҙ - көҙ араһы!
Йәшлек бит ул- киң күңелле:
Бар донъяны була ҡосорҙай!
Ер шарына һыймай хыялдары,
Ҡош юлдары буйлап осорҙай!
Йәшлек бит ул - саф мөхәббәт:
Һәр йөрәктә уның эҙе бар!
Әҙ - мәҙ булһын, тәмен татығандың
Һәр кеменең һөйөү йөҙө бар!
Йәшлек бит ул - үҙе йомаҡ:
Юлдар асыҡ - һайлап үт кенә!
Йомғағыңдың әле йомро сағы,
Үҙ юлыңды тап та, һүт кенә!
Йәшлек бит ул - бер мөғжизә:
Тылсым таяғың да кәрәкмәй,
Маҡсат ҡуй ҙа, алға! Дәртең - ташҡын!
Йәшлек үҙе ғәйрәт йөрәккә!
Йәшлек бит ул - шундай миҙгел:
Һәр һулышы ялҡын, өтөрлөк!
Йәшлек бит ул... Һүҙҙәр таба алмам
Сифаттарын һанап бөтөрлөк!
***
Заманында беҙ ҙә йәштәр инек:
Янып тора ине йөҙөбөҙ.
Сәстәр буяуһыҙ ҙа ҡара ине,
Күҙлекһеҙ ҙә күрҙе күҙебеҙ.
Ә бөгөн һуң? Юл моҡсайы тулған:
Иңдәр бер аҙ сүккән ҙур йөктән!
Аҡбуҙатлы хан улдары беҙҙең -
Аҡһаҡалдар инде ул күптән!
Шуҡтар булдыҡ, хәҙер - аҡ инәйҙәр...
Тормош үҙе яйлап аҡ иткән...
Гөлкәй И.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев