Предыдущая публикация
“Япраҡтарҙы һары алды инде…”
Р. Ғарипов.
Көҙ төҫтәре – алһыу-һарылары
Моңһоу һылыулығын һалалар.
Ҡояшҡай нурҙары – алтындары
Һағыштарҙан арындыралар.
Өҙөлгән япраҡтар – азат ҡоштар
Осоп төшә ғәзиз еренә.
Был көндәрҙә, әйтегеҙсе, дуҫтар,
Йөрәккәйем ниңә өҙөлә?
Япраҡтармы, әллә ҡош туптары
Йәйелгәндәр йыраҡ юлында?
Тиҙҙән улар, тиҙҙән, азатлыҡта
Талпынырҙар, байҡап йыһанды!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев