https://youtube.com/shorts/tUKS0iRlEkU?si=r0cB3ItNzaXVhhNy
https://youtube.com/watch?v=Ow7NJtjdhuA&si=XbAm2HzffF59Ye3V
https://youtube.com/watch?v=rTEnK6eTsSg&si=CUUG_lZCvRK71hdw
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 31
ҒӘЙЕТ ҠОРБАН
Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым!
Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә
Байрам ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: “Аллаһ әкбәр,
Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.
“Һөй, мосолман, байрамыңды –
Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя.
Һөй, һөйөн, йырлап ебәр,
Ырғыт бөтә зар-моңдарың,
Аллаһ һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң
Был байрам көндәрен.
Аллаһ маҡтар, маҡтаһаң байрамды,
Бик йәмле, тиһәң,
Аллаһ әкбәр, Аллаһ әкбәр,
Лиләхмәд, тиһәң.
Кил, туғандар, бер туған кеүек берләшеп
сайран итәйек,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын,
гөрләшеп байрам итәйек.
Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир,
ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем
байрам менән!
1916 йыл.