Заповедникта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Шунда һаҡсы булып эшләгәндә бер сәйер хәлгә тарыным. Мәһәҙей яғынан Һарғаяға киткән ерҙә (ҡурсаулыҡ билә -мәһенә ингән сиктә) Башарт тауында охрана будкаһы бар. Шунда төнгө дежурға ҡалдым. Төн уртаһында мин ултырған өй янына геүләшеп әллә күпме кеше килде бит. Ныҡ шаулашҡас, ипләп кенә соланға сығып, тәҙрәһенән күҙ һалдым. Өйҙән алыҫтараҡ күҙҙәре генә бызлап, әллә күпме кеше баҫып тора. Икәүһе өй янына уҡ килеп еткән. «Бар, сығарығыҙ шуны», – тип бойора алыҫтағылары. Тегеләре: «Инеп булмай, эттәре бар», – ти. Ысынлап та, соланда ике көсөгөм бар ине. Фонаремде биттәренә тоҫҡайым тиһәм, арттарын ҡуялар. Ҡулға балта тотоп алғанмын. Теге бәрейҙәрҙе ҡурҡытмаҡ булып, үҙем төрлөсә ҡысҡырам. Йоҡо ҡайғыһы булманы. Таңға тиклем ыҙалаттылар ҙа, яҡтырғас, юҡҡа сыҡтылар. Кистән ҡырпаҡ ҡар яуғайны. Мине алмаштырыусы килгәс, тегенең менән төндә «кешеләр» баҫып торған ерҙе барып ҡараныҡ. Ысынлап та, ул тирә тапалып бөткән. Тик ҡайҙандыр килгән эҙ ҙә, киткән эҙ ҙә юҡ. Шул ерҙә зым-зыя юҡ булған да ҡуйғандар. Осоп киткәндәрме инде, кем белһен. Шунан һуң будкаға артыш алып килеп элдек, мулланан аят яҙҙырып алып, ишек башына ҡуйҙыҡ. Башҡаса ундай хәл ҡабатланманы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2