Теләштәр,һеҙ Һояның былай ташҡанын күргәнегеҙ ҙә юҡтыр әле. Фотола булһа ла ҡарап ҡалығыҙ.Бик матур сағы. Ул гел шулай тулы булһа шәп булыр ине лә, тик юҡ, Һоя яҙ көнө генә шулай ташып ала.Тәүге фотола Половинка аҫты, бүрәнә тулып ята унда, Ильдар, Рәмил, Рифат бура сабалар. Ауылда эш юҡ, уныһын беләһеҙ инде. Урман бар, шуны киҫеп, бура сабып һаталар. Тәбиғәт күренеше тураһында ғына яҙам тиһәң дә, көнүҙәк хәлдәр ҙә килеп ҡыҫыла.
Икенсеһендә элекке сусҡа ферманан ары күпер, унан ары кисеү шулай ташҡан. Ҡабыҡ киҫеүҙә һыу иҫке үҙәктән дә ағып ята.Склад яғындағы күперҙә лә шул уҡ хәл.Өҫтәп шуныһын да яҙам, боротҡа (әҙәбисә быуа була инде,әммә беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ), аҡҡоштар төшкән, күрәһең,былтыр алты бәпкә сығарған аҡҡоштарҙыр, Тонғос түбә аҫтында яр буйында өс селән осоп йөрөй,ә инде өйрәктәр аҙым һайын.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 10