Предыдущая публикация
Башҡортостанда бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәүсе балаларҙы чемпион итеп үҫтерерҙәй йәш тренерҙарға бер миллион һум күләмендә түләү ҡаралған. Был юҫыҡта Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән “Ауыл тренеры” тигән программа эшләп килә. Беҙҙең республикабыҙҙа башланғыс алған проект Рәсәйҙә хуплау тапты, хәҙер ул 25 төбәктә эшләй. Түләүҙәре алған белгес урында биш йыл эшләргә бурыслы.
Мәләүез районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт секторы бүлеге мөдире Евгений Корнюшкин белдереүенсә, “Ауыл тренеры” төбәк программаһының һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Йәш тренерҙар тәрбиәһенә эләккән уҡыусылар спортта уңыштар яулай.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев