Предыдущая публикация
Шаңҡып ҡалды халыҡ берауыҡҡа
Ни әйтергә белмәйсә хатта,
Замана тип аталған йылғала
Ҡышын күпер ватылған саҡта.
Башҡорт халҡы ҡалды ике ярҙа,
Уртала –замана ағышы,
Замандаштар һүҙе тулҡын –тулҡын
Ике ярға килеп ҡағышы.
Кемдеңдер туғаны теге ярҙа,
Кемдеңдер балаһы биргелә,
Көслө йылға аша ҡаты итеп
Һүҙ йомарлаҡтары бәрелә.
Йылғаны туҡтатыу мөмкин түгел,
Ярһыуына боҙо ирене,
Тиҙ арала күпер төҙөү кәрәк
Тоташтырып арғы – биргене.
Төҙөләһе күпер ныҡлы булһын!
Ышаныслы булһын ул күпер!
Ошо күперҙән бит киләсәккә
Үҫеп килгән быуындар үтер!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә
30.01.2024
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев