НАҖАР НӘҖМИ
Отечество нам Царское Село.
А. Пушкин
Һәр шағирҙең була үҙ төйәге,
Үҙ түбәһе була тауының.
Эй Миңештем — ғүмеремдең башы,
Минең сая Батша ауылым.
Бында бөтәһе бар — кешеләргә
Йән теләгән бөтә нәмә бар.
Юҡ бында тик батша һарайҙары,
Әкиәт төҫлө алтын һарайҙар.
Ләкин был ер үҙе мең әкиәт,
Ҡайҙа барма — бында гел алтын:
Ҡулдар алтын, баҫыуҙары алтын,
Кешеләрҙең йәне мең алтын.
Ә батшалар?! Беҙҙең оста ғына
Батша Мәхмүт, батша Шәрифйән.
Ә һуң минең атай?! Ундайҙарҙы
Табып була микән тарихтан?
Уның кеүек йырлай алғандармы
Хатта ысын хаким-батшалар?
Һабантуйҙа кем һуң уны уҙған,
Батшалармы йәки башҡалар?
Күрәһе ине — ниндәй булған икән,
Бер әкиәт кеүек торғаны.
Батшаларҙы булды күргәндәрем,
Ә атайҙы күргән булманы.
Атай йорто!.. Бар һарайға һарай,
һалам түбә — һары алтындан.
Башлана йыр, әгәр сығып китһәң
Ҡапҡанан йә ырҙын артынан.
Тау буйҙары ҡояшлы бер баҡса,
Йүкәләрҙән тама балдары.
Аҙым һайын шишмә... Имәнлектәр...
Зәңгәр күлдәр... Бөҙрә талдары.
Күлдәрендә аҡҡош... Төбәктәре
Яҙын — йыуа, йәйен — еләк бит!
Болон аша Ағиҙелгә сыҡһаң,
Башҡа мөғжизәләр кәрәкме?
Береһен дә батша төҙөтмәгән,
Бөтәһе лә бында илаһи.
Шағир булып тыумаһаң да, бында
Һин барыбер шағир булаһың!
Беҙҙең лицей! Беҙ уҡыған мәктәп,
Кемдеңдер ул булған келәте.
Ләкин шунда мин тәү күрҙем үрҙә
Эленеп торған Ленин һүрәтен.
Ул ҡараны миңә, ҡарағандай
Ниндәйҙер бер таныш хикмәткә:
Аяҡтарымдағы сабатаға,
Өҫтөмдәге киндер бишмәткә.
Ул ҡараны. Ҡарап торҙо минең
Дәрестәрҙә яуап биргәнде,
Тыңлап торҙо минең Урал иле
Алтындарға бик бай тигәнде.
Юғары остоң батша малайҙары —
Беҙ ҙә булдыҡ буғай алтындан,
Көслө ине союз... Шар һуҡҡанда —
Әйтерһең, беҙ уттан-ялҡындан.
Йөн туптарҙы күккә сөйгән саҡта
Йә уҡ яһап атҡан саҡтарҙа,
Осар ҡоштай булып ҡанатланып,
Беҙ атланған саҡта аттарға,
Һабан тотоп тәүге бураҙнама
Ялан тәпәй аяҡ баҫҡанда,
Имәнлектең имен юлдарында
Тәүге юлдарымды яҙғанда,
Гел ҡараны Ленин... Уның ҡараштары
Бәхеттәргә ине барыуым.
Эй Миңештем — юлдарымдың башы,
Минең сая Батша ауылым.
1973
МИҢЕШТЕ
«Бар булғаным һиңә оҡшаған...»
Йортоң, холҡоң, тәбиғәтең менән
Йәмле яҡ тип һин дан алғанһың.
Ләкин килгән-киткән кешеләргә
Тиҫкәре яҡ булып ҡалғанһың.
Тиҫкәре яҡ... Оло юлдан йыраҡ...
(Йыраҡтағын ауыр күрергә.)
Һин бер ниндәй юл өҫтөндә түгел,
һиңә кәрәк боролоп керергә
Йә булмаһа төбәп килергә.
Мин дә Миңештенән! Миңештеле!
Бар булғаным — һин ул, ер-һыуым!
Йортом, холҡом, тәбиғәтем менән
Ғәжәп тугел һиндәй булыуым.
Мин дә, тимәк, шул тиҫкәре яҡтан —
Бар донъямды минең күрергә,
Үтеп кенә китеү мөмкин түгел,
Кәрәк миңә боролоп керергә
Йә булмаһа төбәп килергә.
1978
БЕҘҘЕҢ АУЫЛ МИҢЕШТЕ.
Һеҙ ҡайҙан, тип һораһағыҙ,
Беҙҙең ауыл – Миңеште.
Иллә-мәгәр Миңештегә
Донъя бигерәк килеште.
Беҙҙең ауылда игендәр
Комбайндарҙы күмә:
Йәше,ҡарты намыҫ менән
Хеҙмәт иткәнгә күрә.
Егеттәрҙең етеҙҙәре
Беҙҙең ауылда ғына.
Ҡыҙҙарҙың иң уңғандары
Улар янында ғына.
Беҙҙә тыуып үҫкәндәрҙең
Киң була күңелдәре.
Матур ҙа, уңған да була
Миңеште килендәре.
Беҙҙең ауылдың һыуҙарын
Эсмәҫ ерҙән эсерһең.
Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙарын
Һөймәҫ ерҙән һөйөрһөң.
Беҙҙең ауыл ҡайғы белмәй,
Ҡайғы төшһә, баш эймәй,
Үҙе йәмле, ашы тәмле,
Килһәң , китәһең килмәй.
Маҡтана, тип уйламағыҙ,
Йырҙар йырлағанда ла.
Маҡтанмайбыҙ, маҡтанырға
Урыны булғанда ла.
Шунда ғына кеүек ҡоштарҙың да
Һайрағаны мең-мең көйҙәргә.
Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем,
Әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5