Предыдущая публикация
Таң һыуҙары менән йыуынам .
Күңелемә иман нуры һалып
Изге доғаларым ағыла.
Аҡ теләктәр теләп таң аттырам
Бар Ғәләмгә, барһы барһына
Эй бер Аллам яҡты донъяларҙа
Хәйерле ғүмерҙәр яҙһын да.
Йән-тән һаулығы теләйем бар Кешегә
Һәм рух көсө, күңел байлығы
Айыҡ аҡыл менән йәшәһәк ине
Йәлләмәйсә йәндең йылыһын.
Балаларға үрнәк булһаҡ ине
Сәсеп ергә алтын орлоҡтар.
Ғорурлығыбыҙ һеҙ тип йәшәһендәр ине
Киләһе быуын - беҙҙең оноҡтар.
Тура юлдар күрһәт, эй бер Аллам
Бәхетле ғүмерҙәр насип ит
Һынауҙарың бирһәң, күтәрерлек булһын
Рухыбыҙҙы беҙҙең көслө ит.
Теләктәрем - изге...Ҡабул ит.
(Рүзилә Гатауллина)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 17