Мин йәш саҡта , бер осор,төҙөлөштә балта оҫтаһы булып эшләнем. Шул саҡта , ирекһеҙҙән бер ғәләмәт хәлгә шаһит булырға тура килде. Был хикәйәлә һуҙ ошо хәл тураһында булыр...
Бер ваҡыт кис, эш ваҡыты бөтөр алдынан , бригадир эргәмә килде.
-Иҫеңдәме,Ҡөҫәпкол ауылында , ПНИҙа(психо-неврологический интернат) мунса башын япҡайныҡ? Иртәгә шунда барырһың, шул мунсаға ишек ҡуйырға кәрәк ,-ти. Кәрәк тәк кәрәк , иртән өйҙән тура Көҫәпколға, маршрут автобусы менән,балта-бысҡыларҙы кутәреп юл тоттом...
Белмәүселәр барҙыр, Көҫәпҡол-Ишембай ҡалаһына терәлеп торған ауыл.
Сәғәт иртәнге һигеҙҙә КПП алдында тора инем инде ПНИҙың. Көн әле яҡтырмаған. Уларҙа эш сәғәте туғыҙҙа ғына икән персоналға, көтөргә тура килер инде .Начальниктәр генә йыйылыша ине опреативкаға мин эскә үткәндә.Тура мунса бинаһына киттем , тиҙ генә ишеген ҡуйырға ла тайырға кәрәк мынан, көн буйы бер ишек менән булышһаң, ай аҙағына эш хаҡы әҙ сығыр ул.
Килеп еттем эш урынына.Мунсаға кейенеү-сисенеү булмәһенә икенсе яҡтан ишек асырға булғандар икән. Монтажник егеттәр стенала тишек тишкән тишеуен, тегендә бында кирбесте ватырға миңә лә өлөш ҡалдырғандар .Әҙерәк тирләргә туры килә инде, ишек һыймай әтеү.
Эстән генә егеттәрҙе “маҡтап” алдым да , кейемде алыштырып ,тотондом тишекте формаға килтерергә. Саң борхой, тиҙҙән шахтерҙарҙан кәм тугел ине тышҡы торошом- куҙҙәр ҙә , тештәр генә ялтырай!
Ул булмай, сәғәт туғыҙ булды. Булмәлә ике йәш кенә ҡатын-ҡыҙ пәйҙа булды, йыйыштырыусылар , ахыры. Миңә ҡараны ла береһе:” Нишләп йөрөйһөң ҡара таң менән?”- тигәндәй, шуның менән миңә иғтибар бөттө... Үҙҙәренең ауырыу пациенттары тип уйланылар ,шәт. Шулар эшләй бит интернатта һепереү , йыйыштырыу эштәрен ,ғәҙәттә.
Ә бына минең уларға ҡыҙыҡһыныу артты бит. Сукеш менән туҡылдау араһында быларға куҙ һалһам- сисенә башланы бит былар, мин улар өсөн бар ни ,юҡ ни, был ни ғәләмәт. Әллә "тегеләйҙәр" менән эшләп , уларҙың да шөрөптәре бушаймы икән тип уйлап ҡуям, үҙемдең башты бороп булмай матур күренештән! Стена буйында бер шкаф уларҙыҡы булып сыҡты , шунан эш кейемдәре алып , яҡшы кейемдәрен элделәр, шунан, эс кейемдә генә ,аяҡтарын аяҡҡа һалып , хәбәр аңҡыта башланылар. Оҙонорағы сигарет тоҡандырып ебәрҙе, ,ҡулсалап минең яҡҡа өрә етмәһә, нәғәләт .
Минең сукеш бер урында туҡ туҡ иткән була , йөрәк леп итә. Ике күҙ эске яҡта, ҙуур итеп асылған да ябылмай ҙа ҡатҡан, асҡан ауыҙҙы ябып булмай, бер яҡтан һеләгәй аға башланы, ситтән береһе ҡарап торһа , мине ошо больнистың пациентынан айырмаҫ ине , билләһи!
Теге ҡыҙға ҡыҙыҡ булып китте, пожалый ( ул заманда ,ниндәй каналды асма- Һылыуҡай ҙа Мисс конкурстары бара ине, был да хыялланғандыр инде подиум тураһында):
- Эй, ауырыу, һиңә стриптиз- шоу курһәтәйекме? –ти.
Мин , төкөрөктө йота- йота баш һелкеуҙән уҙа алмайым...
Икенсе ҡыҙ ҡушылманы быға , ә был ! Образға кереп алды, тегеләй үтә,былай үтә, озон сәстәрен алға сығарып тора ла артҡа һирпеп ебәрә, берәй конкурста ҡатнашһа- гран -прины алыр ине, һис шикһеҙ, талант! Бында әрәм булып йөрөй икән, тип уйлап ҡуйҙым , йәлләп...
Ошондай һоҡландырғыс куренеште мунса заведующийы Павловна килеп сығыуы ваҡытһыҙ өҙҙө шул, имәндең сәтләүеге!
- Вы что, совсем одурнели? Перед плотником, живым человеком, раздеваетесь, бесстыжие! – тип ҡысҡырыуы менән, “подиумдағы” ҡыҙ айныны хыялынан:
- Бәй! Ул ауырыу тугелме ни?- тине лә , сарылдап, икенсе булмәгә йүгереп кереп китте, икенсеһе лә , ултырғыстағы кейемдәрен эләктереп, әхирәтенән ҡалышманы.
Павловна, ғәфү үтенгән һымаҡ:
-Эшлә инде ошолар менән, что тегеләр ,что былар, тьфү -тип көлдө лә, кабинеты яғына табан атланы.
Мин бер ун минут иҫ йыйып ултырҙым әле генә алған тәҫьораттарҙан, тәмәке тартып, шунан эште дауам иттем. Төшкә эште бөтөп килгәндә, саҡ минең янға сыҡты “ мисс мунсалар”. Павловна, минән һуң йыйыштырығыҙ тигәндер инде, былай сыҡмаҫ инеләр,моғайын.
– Ағай, һеҙ берәүгә лә һөйләмәгеҙ инде, ояты ни тора ! -тинеләр минең "конкурсанткалар".Ишембай бәләкәй ҡала шул, был оста сыҡҡан хәбәр шул уҡ көндө теге оста тарала...
Мин, бригадаға ҡайтҡас, һөйләп маҡтанырға уҡталып-уҡталып ҡуйҙым ҡуйыуын, биргән һуҙҙе тотоп, телемде арҡыры тешләргә тура килде. Нисә йыл үтһә лә, хәҙер шул минең өсөн үткәрелгән дефиле иҫкә төшһә, кәйефтәр күтәрелеп, хәҙер үҙемә нисә йәш икәне онотолоп китә, шайтан алғыры...
Нет комментариев