Урманға йөрөү сикләнгән. Республикала янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус тәртип иғлан ителде.
Төбәктә тәүлек эсендә янғындар теркәлмәгән. 2024 йылда янғын хәүефе осоро башланғандан алып 17 гектар майҙанда бөтәһе 8 урман янғыны сығанағы асыҡланған, былтыр был һан 98-гә күберәк булған.
Янғынға юл ҡуймау һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуына тура элемтә барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығы белгесе Илдус Назаров һөйләне.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Урман һаҡсыһы» системаһы ярҙамында биләмәләрҙе тәүлек әйләнәһенә күҙәтә – Башҡортостанда радиусы 35 километрға еткән 12 комплекс ҡуйылған. Бынан тыш, белгестәр махсус самолет, күп маҡсатлы КА-32 вертолеты ярҙамында авиация патруле алып бара, министрлыҡтың пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла. Хәлде шулай уҡ йыһан мониторингы аша ла күҙәтәләр.
Янғынға шаһит булған осраҡта нисек эш итергә кәрәклеге тураһында тулыраҡ - эфир яҙмаһында.
*********
В Башкортостане – снова жаркая погода. И по-прежнему даже на собственных участках запрещено сжигать мусор. Посещение лесов – ограничено. На территории республики действует особый пожароопасный режим.
За сутки пожаров в регионе не зарегистрировано. Всего с начала пожароопасного периода 2024 года возникло 8 очагов лесных пожаров на общей площади 17 гектаров, в прошлом году было на 98 очагов больше.
О том, как не допустить пожара и мерах безопасности для жителей, в прямом включении из ЦУР в программу «Салям» на т/к БСТ – специалист Главного управления МЧС России по Республике Башкортостан Ильдус Назаров.
Сотрудники МЧС ведут круглосуточный мониторинг территории при помощи системы «Лесохранитель» – в Башкортостане установлено 12 комплексов с радиусом видимости до 35 километров. Кроме этого, специалисты проводят авиационное патрулирование с помощью самолета авиалесоохраны, многоцелевого вертолета КА-32, применяются беспилотные летательные аппараты МЧС России. Также следят за обстановкой посредством космического мониторинга.
Подробнее о том, как действовать при обнаружении пожара – в записи эфира.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев