Хикәйә. Зилә ПСӘНЧИНА
Минең исемем Йәмилә. Йөҙө лә, күңеле лә йәмле булһын тип, өләсәйем ҡуштырған. Рәхмәт инде мәрхүмәгә, исемемде уның һәҙиәһе, иҫтәлеге итеп, унан ҡалған изге ҡомартҡы итеп йөрөтәм.
Минең исемем Йәмилә. Йөҙө лә, күңеле лә йәмле булһын тип, өләсәйем ҡуштырған. Рәхмәт инде мәрхүмәгә, исемемде уның һәҙиәһе, иҫтәлеге итеп, унан ҡалған изге ҡомартҡы итеп йөрөтәм. Ул исемде, уның мәғәнәһен үҙем яратһам да, ишеткән һайын, күңел төбөндә ниндәйҙер ҡорт ҡыбырлап ҡуйған кеүек: бик үк йәмле түгелмен шул…
Аллаһы тәғәлә матурлыҡ өләшкәндә мин, бахыр, йоҡлап ҡалғанмын, күрәһең. Гүзәл, Һылыу, Сибәр исемдәрен йөрөткән йәмһеҙ ҡыҙҙар ни кисерәлер, ә мин оялам, хатта, һеҙгә дөрөҫөн әйтәйем инде, кәмһенәм дә. Үҫмер сағымда әсәйемә лә йыш ҡына әйткән саҡтарым булды: “Кемгә оҡшатып, шулай йәмһеҙ итеп таптығыҙ ул мине?”. Ул мине әрләп ташлай: “Кит, бушты һөйләмә! Бик матур ҡыҙ булып үҫеп киләһеңсе! Донъяла йәмһеҙ кешеләр юҡ ул – һәр кемдең бер һөймәлекле һөйәге була. Бына, ҡыҙым, һинең күҙҙәрең матур. Һинеке кеүек оҙон толомдар берәүҙә лә юҡ,- тип, сәстәремдән һыйпап йыуата башлай. Эйе, һиңә! Терпе лә үҙ балаһын йомшағым тип ярата ти бит! Мин тағы көҙгө янына барам, һонтор кәүҙәмә, нәҙек кенә ҡул-аяҡтарыма, һипкел баҫҡан йөҙөмә, аҡыш күҙҙәремә оҙаҡ ҡарап торам. Шунан көҙгөгә лә, ата-әсәйемә лә берҙәй үпкәләйем. Йә, бындай ямаҡ ҡыҙға кем ҡараһын инде? Әхирәттәрем инде малайҙар менән хат алыша, осрашып йөрөгәндәре лә бар. Ә миңә, исмаһам, иғтибар иткән берәү булһасы. Былай ҙа ҡырыҫ кеше тағы ла нығыраҡ йомолам, үҙ ҡабырсағыма бикләнәм. Ғөмүмән, тоҡомобоҙ менән йомоҡайҙар беҙ. Өләсәй ҙә мине “шымтояҡ” тип йөрөттө. Бына төҫөң булмағанға күрә, исмаһам, алсаҡ, иркә холҡоң, көләс йөҙөң булһын ине лә ул. Юҡ инде!
Шулай ояла-ғәрләнә йәшәй торғас, 35 йәшкә еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/proza/2023-08-03/mysyr-h-yerse-e-hik-y-zil-ps-nchina-3371369
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев