йәки ата ҡуян, бур көсөк. Зөлфирә Таһирова
Йүгереп ҡайтып еттем дә, аяҡ осонда ғына өйгә индем. Беҙҙең йоҡо бүлмәһе ишек төбөндә. Бесәй кеүек кенә баҫып барып ҡараһам, ике балам да йоҡлап ята. Сәғәт төнгө өс. Шым ғына кире сыҡтым. Ә шул ваҡыт ҡайным тышта булған. Ҡайҙан йоҡлап ятһындар, беҙҙе көтөп йөрөйҙәр бит инде. Кәртә яғынан башы суҡайғайны, мин атылып ҡапҡа тышына килеп сыҡтым. Урам оҙон, уны буйлап йүгереп китеп булмай, ҡайным хәҙер урамға сығасаҡ. Мине күрҙе бит инде. Сабып барып күршеләр яһап ултыртҡан Ҡыш бабай артына барып сумып та өлгөрҙөм, баяғы, минең арттан килеп тә сыҡты.Шығыр-шығыр баҫып минең яҡҡа ҡарай атлай башланы. Дер ҡалтырап йәшенеп ятам. Атлай бирҙе лә: "Пшол, пшол, һайт, пшол"- тип ҡысҡыра бит инде. Мин уның һайын ҡарға нығыраҡ һеңәм. Бер заман бейем килеп сыҡты ла ҡысҡыра:
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-07-27/ya-y-yyl-t-n-nd-y-ki-ata-uyan-bur-k-s-k-z-lfir-ta-irova-3359796
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев