Предыдущая публикация
Еләк йыйҙым... Биҙ(е)рәмә
Йыйҙым йәй тамсыларын.
Эҫе ҡояштың нурҙарын,
Ямғырҙың ҡамсыларын.
Үләндәрҙең хуш еҫтәрен,
Иртәнге томан һөтөн,
Шишмәләрҙең ҡуштым йырын,
Булһын, тип, йәйем бөтөн...
Йыйҙым йәйге елдәр наҙын,
Таңдарҙың ал төҫтәрен...
Киске шәфәҡ ҡайнарлығын,
Ай нурҙарын өҫтәнем...
Биҙрә тулы йәй!
Ҡыш еткәс, йәйем таралыр өйгә..
Һеҙ ҙә килегеҙ ҡыш көнө
Йәйҙе күрергә беҙгә!
Сәкинә Тотманова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4