Таң мул ысыҡлы булһа, үрмәксе ау үрергә тотонһа, ниҙәр көтөлә?
Йәйҙең иң сәскәле, еләкле һәм ҡояшлы икенсе айына ла аяҡ баҫтыҡ. Был ай һынамыштарына күҙ һалайыҡ әле.
Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.
- Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.
- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.
- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
- Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
- Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1