Үҙегеҙҙең яңылыҡтарығыҙҙы, фотоһүрәттәрегеҙҙе, видеосюжеттарығыҙҙы, яратып башҡарған ҡул эштәрегеҙҙе, яратып бешергән аш-һыу рецепттарын, фәһемле фекерҙәр, үҙегеҙҙең ижад емештәрегеҙҙе (шиғырҙар, йырҙар, таҡмаҡтар һ. б.) һалығыҙ, ойошторған сараларығыҙ тураһында яҙығыҙ!
Ғаилә усағын, милләт ҡотон, башҡортлоҡ асылын, өләсәй-инәйҙәр асылын үҙ ҡанында, рухында, һын-йөҙөндә һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, нисә йәштә булыуға ҡарамай, Ағинәй вазифаһында. Ағинәйҙәр – милләт ҡотон һаҡлаусылар улар!
Милләт бишеге булған Тыуған төйәгебеҙ бөтөнлөгөн, ҡотон, халҡыбыҙ рухиәтен, йолаларын, йәшәйеш ҡағиҙәләрен, туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлауға артабан да бар көсөбөҙҙө, фиҙаҡәрлегебеҙҙе сарыф итергә яҙһын. Иншалла!
Юлдарыбыҙ киҫешһен, уйҙарыбыҙ берекһен, ниәттәребеҙ хупланһын, иҫәнлектә-именлектә осрашып, изге эштәр атҡарыуҙы дауам итергә яҙһын!
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ағинәйҙәр!
#асҡынағинәйҙәре#уянайыҡ#уйланайыҡ#берләшәйек#аскино
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре
Мәрйәм Солтанова көйө
Милләтемдең ырыҫ, ҡотон һаҡлап
Ағинәйҙәр сафҡа баҫтылар,
Һәр ауылда усаҡ тоҡандырып
Тирмәләрҙә ҡаҙан аҫтылар.
Ағинәйҙәр рухты яңырталар.
Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,
Ауыл күрке матур апайҙар,
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап
Киләсәккә ҡарап атлайҙар.
Ағинәйҙәр алға әйҙәйҙәр.
Балҡыш һибеп тирә-яҡтарына
Ялҡынланып яна йөрәктәр,
Өмөттәргә ышаныстар ҡуя
Беҙ теләгән изге теләктәр,
Ағинәйҙәр фатихә бирәләр.
Сағыу, матур, милли кейемдәрҙә
Иман тулып балҡый йөҙөгөҙ,
Яҡты нурҙар сәсә күңелегеҙ,
Ауыл ҡото һеҙ бит үҙегеҙ,
Ағинәйҙәр -халҡым рухы һеҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ