Балалар өсөн сценарий - әйтеш.
Балалар:
Әйтсе әле, өләсәйем,
Айҙар нисек аталған?
Ҡайһы айҙан башланған ул?
Ҡайҙа аҙағы булған?
Өләсәй:
Әйҙә ултырығыҙ әле,
Хәҙер һөйләп аңлатам,
Борон айҙың исемдәре
Башҡортса былай булған.
Башҡорт халҡы бик әүүәлдән
Тәбиғәттән көс алған,
Тәбиғәткә бәйлелеген
Атамаларға һалған.
Мәҫәлән Көҙ..Бар тәбиғәт
Һарынан кейем кейгән,
Был айҙы боронғо халҡым
Һарыса айы тигән.
Сентябрь исеме нисек,
Әйтеп ҡарағыҙ әле!
Балалар: Сентябрь - Һарыса ай.
Өләсәй:
Унан инде ҡырау төшөп
Япраҡтар ҙа ҡойолған,
Хәҙер индең Ерҙең өҫтө
Ҡараса төҫөн алған,
Шуның өсөн дә ошо ай
Ҡараса тип аталған.
Әйтегеҙ әле балалар
Октябрҙең исемен..
Балалар: Октябрь - Ҡараса ай
Өләсәй:
Бына инде ямғыр түгел
Ергә ҡырпаҡ ҡар яуа,
Шуның өсөн ошо ваҡыт
Ҡырпағай тип атала.
Йәгеҙ ҡабатлағыҙ әле
Ноябрь нисек була?
Балалар: Ноябрь – Ҡырпаҡ ай
Өләсәй::
Ер аҡ юрған ябынған,
Ҡышҡы йоҡоға талған,
Ап-аҡ ҡарҙар өҫтөнән
Һуҡмаҡ, юлдар һалынған,
Шуға инде ошо ай
Аҡ юл тиеп аталған.
Декабрҙең исеме
Әйтегеҙ, нисек булған?
Балалар: Декабрь - Аҡ юл ай.
Өләсәй:
Инде ныҡлы һыуытып
Ергә ҡалын ҡар ятҡан,
Башҡорт халҡы ошо айҙы
Һыуыҡ ай тип атаған.
Был айҙа ҡарҙар күп яуып
Ҡалын көрттәр ҙә һалған,
Исемен әйтегеҙ әле,
Ғинуар нисек аталған?
Балалар: Ғинуар – Һыуыҡ ай.
Өләсәй:
Һыуыҡтар дауам иткән,
Йә буран , йә ел иҫкән,
Тыштағы һәр нәмә лә
Шаҡылдап туңып бөткән,
Шаҡ та шоҡ килгән был ай
Шаҡ айы булып киткән.
Февраль айының исемен
Кем дөрөҫ әйтер икән?
Балалар: Февраль – Шаҡ ай.
Өләсәй:
Үткән айҙағы бурандар
Көсәйеп ҡоторғандар,
Кешеләр йөрөр һуҡмаҡты
Юлдарҙы тултырғандар.
Был ай була Буран ай,
Буран көслө Ай-һай-һай!
Нисек була хәҙергесә
Март тигән буранлы ай?
Балалар : Март айы –Буран ай.
Өләсәй:
Ҡарҙар ирей, ер асыла,
Ҡайҙа аҡ, ҡайҙа ҡара,
Был миҙгел беҙҙең халыҡта
Ала ҡар айы була.
Нисек була апрель
Йә әле, әйтеп ҡара!
Балалар: Апрель –Ала ҡар ай.
Өләсәй:
Ағастар япраҡ ярған,
Ерҙе йәшеллек алған,
Һабан менән ер һөрөлөп
Ергә орлоҡ һалынған,
Шуның өсөн Май айы
Һабан ай тип аталған,
Май айының исеме
Башҡортса нисек булған?
Балалар: Май - Һабан ай.
Өләсәй:
Малдар көтөүгә сыҡҡан,
Һыйырҙың һөтө артҡан,
Аҫыраған хужаһына
Елен тулы һөт ҡайтҡан.
Шуның өсөн был ваҡыт
Һөт айы тип аталған.
Июнь айының исеме
Башҡортса нисек булған?
Балалар: Июнь айы – Һөт ай.
Өләсәй:
Йәйләү тулы малдарҙан
Бик мул һөттәр һауалар,
Һөттән ҡаймаҡ айыралар,
Күп итеп май яҙалар.
Әйтегеҙ әле балалар,
Июль нисек аталған?
Балалар6 Июль айы –Май айы.
Өләсәй:
Сәскән орлоҡтар үҫкән
Башаҡтары тос икән,
Ураҡ менән урып алып
Һуғырға ла мәл еткән,
Шуның өсөн был айҙы
Халҡым Ураҡ ай иткән.
Әйтегеҙ әле, балалар,
Сентябрҙең башҡортса
Исеме нисек икән?
Балалар: Сентябрь айы – Ураҡ ай.
Өләсәй;
Бына тиҙ үк өйрәндегеҙ,
Афарин, балаҡайҙар!
Әйҙә ҡабатлайыҡ әле
Нисек атала айҙар?
Өләсәй һорағанға балалар яуап бирәләр.
Ғинуар – Һыуыҡ ай - Һыуығай
Февраль – Шаҡ ай –Шаҡай
Март –Буран ай –Буранай
Апрель - Ала ҡар ай - Алағарай
Май - Һабан ай – Һабанай
Июнь - Һөт ай – Һөтай
Июль - Май ай -Майай
Август – Ураҡ ай – Урағай
Сентябрь – Һарыса ай – Һарысай
Октябрь - Ҡараса ай –Ҡарасай
Ноябрь – Ҡырпаҡ ай –Ҡырпағай
Декабрь – Аҡ юл ай – Аҡъюлай
Инде үҙегеҙ белдегеҙ, башҡаларға ла өйрәтегеҙ...
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә , Ғафури районы , халыҡ сәсәне.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев