Предыдущая публикация
Бөртөкләп йыйылған бәхет (Зифа Нагаева һүҙ. һәм муз.)
Һин йәш саҡта, беҙ йәш саҡта, ул саҡта,
Ярай әле ҡалмағанбыҙ беҙ ятҡа.
Бары ла булды яҙмышта,
Йәшәйбеҙ етеш тормошта.
Һин минең хаҡҡа түҙгәнгә, мин һинең хаҡҡа.
Күләүектән күлдәр йыйыла,
Тамсыларҙан диңгеҙ ҡойола.
Бөртөкләп йыйылған донъям,
Бөртөкләп өйөлгән шатлыҡ.
Бөртөкләп йыйылған бәхеткәйем һин.
Йәшлектәр бар, бар үткәндәр араларҙа,
Үҙәктәрҙе өҙөп тора балалар ҙа.
Һаҡлап ҡалдыҡ һөйөүҙе лә, тапламаныҡ,
Юл ҡуйманыҡ күңелдәрҙе ҡараларға.
Миңә бөгөн бик ҡәҙерле ғүмеремдең
Һәр бер көнө, һәр бер төнө, һәр бер таңы.
Ҡайтып булһа үткәндәргә,
Үтәр инем мин ҡабаттан
Шул ғүмерҙе бары һинең менән тағы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 10