Күреп үтеп киттем мин алыҫтан,
Һүреп үтеп киттем хәтер ****,
Күҙ алдыма килде шул ваҡытта
Нурҙар бөрккән һинең һылыу йөҙөң.
Тик үткәндәр генә тороп ҡалған,
Мөлдөр-мөлдөр генә, теге ярҙа.
Күҙ алдыма килде раузаларың,
Бешергәйне ҡулдарымды ҡар ҙа...
Күҙ алдыма килде күҙ йәштәрең,
Йылмайғайның, улар аша балҡып.
Исемеңде әйтеп йүгереүем,
Үҙ-үҙемә бикләнеүем. Һалҡын.
Йөрәккә тик бер елкенеү генә,
Аҡыл аңлай – ваҡыт һалған упҡын.
“Ә мин һине кисә күрҙем ” тигән
Ауазымдан ниндәй дауыл ҡупһын?
Ә мин һине кисә күреп үттем,
Йән һыҡрамай утлы ғазабымдан.
Мин бит һиңә ҡул болғарға әҙер,
Йылмайырға күрешеү аҙағында.
Елеп үтеп киттем күҙ алдыңдан,
Күҙ алдымда төҫтәр алышына, –
Минең өмөттәрҙең аҡланмауы –
Ғәйеп түгел һинең намыҫыңа.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1