Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан
Балаларың башҡорт булмағас?
Өй эсендә үҙ балаларыңды
Рус телендә генә аңлағас?
Ни мәғәнә һинең башҡортлоҡта,
Тырышлығың бер ҙә һалмағас?
Шәжәрәңдә башҡорт телен, рухын
Дауам итер кешең ҡалмағас?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан
Халҡым, телем тиеп янмағас?
Күңелеңде, барлыҡ булмышыңды
Рухи битарафлыҡ ялмағас?
Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан
Балаң башҡорт булып тыумағас?
Башҡортлоҡто үҙ аҡылың менән
Ҡатнаш никах менән юғалтҡас?
Башҡортмо һин, үҙ балаңдың теле
*Мама, папа* тиеп асылғас?
Тыуған телде кем өйрәтер тиеп
Әллә кемдән көтөп ятылғас?
Ни мәғәнә һинең башҡортлоҡтан
Һөрән һалыу менән *Башҡорт* тип,
Башҡортлоҡто башла ғаиләңдән
Үҙ балаңа телде өйрәт һин!
АЛТЫНБИКӘ
https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D3%99%D1%85%D3%99%D1%81:%D0%9A%D1%83%D1%80%D0%B0%D0%B9
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2
Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле... Мин – тере!
Ҡайтыр юлдарымда тора, тиҙәр,
Йәйғор төҫөндәге күперем.
Ҡайтып етеп, күреп үләм әле
Күгәреп тә ятҡан Уралым,
Балдай татлы һыуҙар эсәм әле,
Һыуҙар бирерһегеҙ, һыуһаным...
Күреп үләм әле Зөләйхамды
Һөйгәнемә төшә уң юлым,
Төштәремә инә төндәр һайын
Сәстәренең ҡара тулҡыны.
Күреп үләм әле күк үләндәр
Һаҡлай микән даға эҙҙәрен!
Төштәремдә көмөш йүгән тотоп,
Аҡбуҙ атҡайымды эҙләнем.
Күреп үләм әле: ғорур халҡым
Китмәгәнме үтә ваҡланып,
Башын эйеп көн итмәйҙәр микән
Тән язаларынан һаҡланып.
<s s...ЕщёСалауат сәләме
Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле... Мин – тере!
Ҡайтыр юлдарымда тора, тиҙәр,
Йәйғор төҫөндәге күперем.
Ҡайтып етеп, күреп үләм әле
Күгәреп тә ятҡан Уралым,
Балдай татлы һыуҙар эсәм әле,
Һыуҙар бирерһегеҙ, һыуһаным...
Күреп үләм әле Зөләйхамды
Һөйгәнемә төшә уң юлым,
Төштәремә инә төндәр һайын
Сәстәренең ҡара тулҡыны.
Күреп үләм әле күк үләндәр
Һаҡлай микән даға эҙҙәрен!
Төштәремдә көмөш йүгән тотоп,
Аҡбуҙ атҡайымды эҙләнем.
Күреп үләм әле: ғорур халҡым
Китмәгәнме үтә ваҡланып,
Башын эйеп көн итмәйҙәр микән
Тән язаларынан һаҡланып.
Күреп үләм әле...
Юҡ, үлмәйем,
Аҡбуҙыма әгәр атланһам,
Мин теремен, әгәр һаҙаҡтағы
Һайлам уҡтай ирҙәр һаҡланһа.
Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле. Мин – тере!
Әйтегеҙсе шунда: теге бабай
Эйәремде бирһен килтереп...
(Гәзиттәр бер бабайҙа Салауаттың эйәре һаҡланыуын хәбәр иткәйне).
Буранбай Исҡужин.
Ғүмәр Ғайсин
01:29Күкрәктәрҙе һуғып,ҡағыу
Ингән беҙҙә ғәҙәткә,-
Ҡайһы башҡортто алһаң да,
Дан өҫтәүҙә милләткә:
Беҙ алдынғы "сәйәсәт"тә,
Хужалыҡта бик "өлгөр",
Яҡуттарҙа ташып ятмыш
Йәйен-ҡышын таш күмер.
Ил эсендә лә уяубыҙ,-
Милләттәштәргә - ҡәҙер...
Ситтән ҡунаҡ килә ҡалһа,-
Милли кейемдәр әҙер...
Башҡорт булып бөттө хәҙер
Сит-яттарҙан бик күптәр,
Улар инде Уралымда
Таныу тотҡан "бөркөт"тәр.
/Башлығыбыҙ бик ғәйрәтле,-
Илде тота барлыҡта,
Рухты,телде үҫтереүҙә
Һәр саҡ "алдынғылыҡта".../
Ҡустыларым,аҙыҡ таба
Боҙло ярҙар сигендә
Имештер,улар ашай,ти,
Аҡ айыуҙың итен дә...
Һаҙ тишеүҙә өлгөр улар,
Бил тиң ите боҙло һыу,
Улар тапҡан газ,ер майын
Арыраҡ бар оҙатыу...
Еңелдән түгел шул әлегә
Ғаиләне туйындырыу...
Ҡаф та...Ещё
Ғүмәр Ғайсин
01:29Күкрәктәрҙе һуғып,ҡағыу
Ингән беҙҙә ғәҙәткә,-
Ҡайһы башҡортто алһаң да,
Дан өҫтәүҙә милләткә:
Беҙ алдынғы "сәйәсәт"тә,
Хужалыҡта бик "өлгөр",
Яҡуттарҙа ташып ятмыш
Йәйен-ҡышын таш күмер.
Ил эсендә лә уяубыҙ,-
Милләттәштәргә - ҡәҙер...
Ситтән ҡунаҡ килә ҡалһа,-
Милли кейемдәр әҙер...
Башҡорт булып бөттө хәҙер
Сит-яттарҙан бик күптәр,
Улар инде Уралымда
Таныу тотҡан "бөркөт"тәр.
/Башлығыбыҙ бик ғәйрәтле,-
Илде тота барлыҡта,
Рухты,телде үҫтереүҙә
Һәр саҡ "алдынғылыҡта".../
Ҡустыларым,аҙыҡ таба
Боҙло ярҙар сигендә
Имештер,улар ашай,ти,
Аҡ айыуҙың итен дә...
Һаҙ тишеүҙә өлгөр улар,
Бил тиң ите боҙло һыу,
Улар тапҡан газ,ер майын
Арыраҡ бар оҙатыу...
Еңелдән түгел шул әлегә
Ғаиләне туйындырыу...
Ҡаф тауы егеттәренә уңай
Башҡорттарҙа эш ҡыуыу...
Туҡһан туғыҙ сәсән бөгөн
Эҙләүҙә батырҙарын,-
Ниңә иҫкә алмайҙарҙыр
Һәр-береһен ҡустыларҙың?..
/К'Өфө'ләрҙә маҡтар өсөн
Бар ҙа һуң һатыусылар,-
Ябай башҡорттоң хәләлен
Кәм үлсәп,ҡырҡыусылар.
Улар хәҙер "сын башҡорт"тар,-
Тик исемдәр Ҡафтарса...
Тағы бер-ике йылдарҙан
Һөйләшербеҙ уларса.../
Әй,сәсәндәр! Бер-берегеҙҙе
Аңлап,тыңлай белегеҙ,
Маҡтау өсөн маҡтау тотмай,
Сынбарлыҡҡа инегеҙ!..