Предыдущая публикация
Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы уҙҙы.
75-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Лоҡманова Йәсминә яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында матур сығыш яһаны.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға лайыҡ булды. Афарин Йәсминә!
Еңеүең менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйбеҙ!
"Урал батыр" эпосы ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, ауыҙ — тел ижадының ынйыһы ул. Халҡыбыҙҙың күркәм хазинаһын һаҡлау, уның йөкмәткеһен белеү, киләсәк быуынға тапшырыу беҙҙең бурысыбыҙ!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4