Предыдущая публикация
"Һаумы, әсәй, һағындым",- тип балам ҡайтһа,
"Хәлдәрегеҙ нисек?",- тиеп күршем керһә,
Туғандарым һирәк-мирәк хәлем белһә
Мин бәхетле - һыҙланмайса төнөм үтһә,
Һөйөндөрөп матур-матур төштәр керһә,
Һәр иртәлә көс-хәл йыйып, иҫән торһам,
Шөкөр итеп, Раббыбыҙға таң аттырһам
Туғандарым, балаларым иҫән булһа
Тирә-яҡ күршем, дуҫ- иштәрем һау-көр булһа
Тағын ниндәй бәхет кәрәк кеше өсөн?
Бер Аллаға шөкөр итәйек барыһы өсөн!
Әссәләмәғәләйкүм, хәйерле йома иртәһе менән 🌞☘️
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2