1 литрлы 5 банкаға кәрәк була: 3 кило ҡыяр; ярты кило татлы борос (болгар боросо); ярты кило һуған; ярты кило кишер; 2 баш һарымһаҡ; 1 әсе борос; 2 аш ҡалағы тоҙ; 5 аш ҡалағы шәкәр; 150 мл аш һеркәһе (уксус); 150 мл үҫемлек майы.
Ҡыярҙы йыуғас, түңәрәкләп йәки һаламлап турарға. Татлы боростоң эсен таҙартҡас, һаламлап турарға. Кишерҙе ҡырғыс аша “по-корейски” үткәрергә. Һарымһаҡты ваҡлап ҡырҡҡыларға.
Барлыҡ йәшелсәләрҙе ҙур һауытҡа һалып, үрҙә аталған ҡалған ингредиенттарҙы ҡушырға (тоҙ, шәкәр һ.б.) һәм өс сәғәткә ултыртып торорға. Әлбиттә, даими болғатып торор4а кәрәкә.
Артабан массаны стерилләнгән банкаларға һалырға һәм ярты литрлыҡ банка булһа – 15 минут, бер литрлыҡ банка булһа, 25 минут стерилләргә. Унан ҡапҡастарын нығытырға һәм һыуынғанға тиклем ныҡлап урап ҡуйырға.
Тәмле булһын!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1