Римма Баймурзина
Тыуған ерем – Башкортостан,
Балҡып күренә алыҫтан,
Көмөш ҡайыштай уралған
Ағиҙел беҙгә юл алған.
Башҡорт атлы тоҡомобоҙ,
Юрматы бит ырыуыбыҙ.
Һаҡлайбыҙ милләт йолаһын,
Уҡыйбыҙ изге доғаһын.
Ырыу - ырыу ул тупланған,
Кәсебен табып туҡланған,
Ерен һөрөп-һуҡалаған,
Тоҙло тирен эшләп ҡойған.
Башҡортом, һин ҡыйыу халҡым,
Ҡурҡмай яҡла хоҡуғың.
Үҙ шәүләңдән ҡасып ятма,
Рөхсәт итмә, ерең һатма.
Ялағайланма ҡуштанға,
Яра һалдырма Ҡуштауға,
Ҡорбан иттермә тауыңды,
Юғалтма аҡыл - аңыңды.
Тыуған еребеҙ байлығы:
Ҡәҙерле һәр ҡалҡыулығы,
Ер өҫтөндәге яҡтылыҡ,
Ер аҫтындағы ятҡылыҡ.
Быуындан күскән ҡомартҡы,
Килмәй һис кемгә таратҡы.
Бысратмайыҡ саф һауаһын,
Буйратмайыҡ таҙа һыуын.
Эте - бете таламаһын,
Үткән - һүткән тапамаһын.
Үҙ ереңә бул һин Хужа,
Йәш быуындар күрмәҫ нужа.
Башҡортомдоң ғорур улы,
Булмаҫ ул - маңҡорт ҡоло.
Быуаттар мираҫын һаклар,
Быуындар талабын аҡлар.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5
Мигэ. Бик.окшай