Акцияла ҡатнашыу өсөн гигиена саралары — теш пастаһы, һабын, душ өсөн гель, шампунь һәм башҡа тауарҙар тапшырырға кәрәк.
📞 Акцияла ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса проект координаторы Светлана Исхаҡоваға +7 (917) 755-11-88 телефон һандары аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
👧 Гигиена сараларын Башҡортостандың интернат учреждениеларында йәшәгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ инвалид балаларҙы реабилитациялау һәм ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнгән ойошмаларға ебәрәләр.
Сараны «Һөйөү менән» балалар хәйриә фонды, республиканың студенттар отрядтары, Башҡортостандың «МногодетOK» ғаиләләр берләшмәһе һәм БР-ҙың Ғаиләләр Союзы ойоштора.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев