Һеҙгә танышығыҙҙан ашығыс рәүештә аҡса һорап «түңәрәк» видео килә. Барыһы ла ысынға оҡшаған – тауышын һәм тышҡы ҡиәфәтен төп нөсхәнән айырыу ауыр.
Был дипфейк — программала синтезланған видео йәки аудио. Уны яҙҙырыу өсөн мутлашыусылар аккаунттарҙы ватып инә, хужаларының фотоларын һәм аудио хәбәрҙәрҙән алынған тауыш өлгөләрен ҡуллана. Эшләнгән роликты зыян күреүсенең бөтә таныштарына тарата.
❗ Әгәр аҡса һорап, һеҙгә «түңәрәк» ебәрһәләр:
- видеояҙмаға иғтибар итегеҙ: ысын видеохәбәрҙе ялғанынан тәбиғи булмаған мимика, сәйер күҙ йомғолау, сағыу булмаған һүрәте буйынса айыра алаһығыҙ;
- кемдән хәбәр килгән, шул кешегә шылтыратығыҙ (мессенджерҙа түгел!) һәм унан ысынлап ярҙамға мохтаж булыу-булмауын һорағыҙ.
🛡️ Аккаунтыңды мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға:
- мессенджерҙа ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ;
- шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ;
- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе таратмағыҙ.
Telegram аккаунтын ватып инһәләр, нимә эшләргә — ошонда уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев