📃 Ниндәй документтар кәрәк?
- ғариза;
- паспорт;
- ата-әсәнең икенсеһенең паспорты, 14 йәшкә тиклемге балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы, 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы һәм паспорты;
- мәктәп формаһы һатып алыуҙы раҫлаған чектар;
- Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалынан ғаиләгеҙҙең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауын раҫлаған белешмә. Өфөлә йәшәмәһәгеҙ, уны Күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.
➡️ Өс һәм унан да күберәк балаға опекун (попечитель) булһағыҙ, һеҙгә шулай уҡ түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
- балаға опека (попечителлек) тәғәйенләү тураһындағы ҡарар;
- балаларҙы ҡарау өсөн аҡса алмауығыҙ тураһында опека һәм попечителлек органдарынан документтар.
❗ Ғариза һәм документтарҙы 2024 йылдың 1 октябренә тиклем балаларығыҙ уҡыған мәктәпкә тапшырырға кәрәк.
Компенсацияның иң ҙур суммаһы — 4 489 һум. Уны ике уҡыу йылына бер тапҡыр алырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев