Предыдущая публикация
(Ғайса Хөсәйенов)
Нимә ул бәхет ?
Мәшәҡәтең, эшең булһа,
Көтөп алыр кешең булһа,
Йөрәгеңдә булһа һөйөү,
Яҡындарың өсөн көйөү -
Үҙе бәхет!
Ҡайтып килер өйөң булһа,
Йыр һуҙырҙай көйөң булһа,
Башың иҫән, айыҡ аҡыл,
Өҫтәлеңдә һыйың булһа -
Үҙе бәхет!
Һынауҙарға һығылмаһаң,
Сырхауҙарҙан йығылмаһаң,
Йондоҙ күрер күҙең булһа,
Йән йылытыр һүҙең булһа -
Үҙе бәхет!
Үткәндәрҙе иҫкә алып,
Аҡ ниәттән эш башлаһаң,
Тормош биҙәр көсөң булһа,
Ул ҙур бәхет - үҙе бәхет! (...?)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев