Предыдущая публикация
Серле йәнгенәңде -
Һүрәтеңә йәнем төрөлгән.
Ҡарашыңда минең аңһыҙ яҙмыш,
Күҙ алмаңда сәйер мөхәббәт.
Йәнәшәмдә генә йәшәйһеңдер...
Һинең һының миңә моңло яҙмыш.
Гел үреләм нурлы йөрәгеңә.
Ҡояш нуры миңә һинең бағыш.
Һағынамын йылы тауышыңды
Йырҙарыма килгән эйәреп.
Өнһөҙ генә һиңә юлға сыҡтым
Һинең һүрәт әллә татлы ғазап?
Һинең янда миңә шундай рәхәт.
(Зөлфиә Фәйрушина)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев