Предыдущая публикация
Хистәр һайрашалар
Ҡанат ҡағып күңел түрендә.
Уйҙар менән генә яңғыҙ ҡалдым,
Һөйөү моңо сеңләй күңелдә.
Кәрәк булды микән
Һуңлаған моң..?
Йөрәгемде шулай һыҙлатҡан.
Йылдар үткән,
Ғүмер көҙө еткән,
Һары һағыштарҙы күңел кискән,
Сәстәремә ап -аҡ ҡырау төшкән.
Гөл -сәскәләй булып ҡыҙҙар үҫеп,
Үҙ ояһын ҡороп донъя көткән.
Әсәкәйем,рәхмәт, тиеп баҡҡан...
Шатлығымдан салт сырайҙар ҡунған,
Балаларым өсөн ғүмер үткән
Көтөүселәй көтөп йылдар һүткән.
Тертләп киттем...
Ҡайҙан килә тауыш..?
Әллә үҙем,әллә өмөт көслө?
Тыным менән яндарымда таптым,
Моң ағыла йөрәк түренән.
Ник сеңләйһең икән күңелдә
Һуңлаған моң...үҙем...
Тертләп киттем.
(Зөлфиә Фәйрушина)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2