Предыдущая публикация
Башҡортостанда ял көндәрендә көньяҡ маршруттарҙа "Орлан" ҡала яны поездары составтары икеләтә арттырыла.
Һәр составта алты вагон була. Ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был электричкалар менән студенттар күпләп йөрөй. "Орлан" поездары Өфө-Күмертау-Ырымбур маршрутына сыға. Ял көндәрендә шулай уҡ Өфө-Белорет йүнәлешендә "Финист" поезында вагондар арттырылыуы тураһында хәбәр ителде.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1