Предыдущая публикация
Уйылдан Ғәлинға
Күҙебеҙҙең күрке инең,
Һылыулыҡтарҙың үре.
Аҡыл, итәғәттең сере,
Башҡорттоң аҫыл ире.
Аҫыл Ишембай ерендә,
Торатау итәгендә
Йәйрәп үҫеп, йыйғайның һин
Моң, илһам — бөтәһен дә.
Атаң-әсәң уҡытыусы,
Иң ҙур мөғәллим — яҙмыш.
Яҙмышың яҡты булды ул,
Яҙмыштан юҡтыр уҙмыш.
Әсәйеңде, бөтәбеҙҙе
Оло ҡайғыға һалдың.
Матур кеше. Матур яҙмыш.
Йөрәктә шулай ҡалдың.
Күҙебеҙҙең күрке инең,
Һылыулыҡтарҙың үре.
Һине һағынып, тынһыҙ ҡалыр
Башҡортостан эфиры.
Тамара Искәндәриә
29.09.2024
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 6