Предыдущая публикация
Мутлашыусылар халыҡты алдау өсөн төрлө ысулдар ҡуллана. Өфөнән 50 йәшлек ҡатын медицина страховкаһы алырға теләгән. Уға шылтыратыусы үҙен страховка компанияһы вәкиле итеп таныштырған, ҡатын уларға телефонына килгән СМС-хәбәрҙәге кодты әйткән.
Ошонан һуң яңы шылтыратыуҙар булған, үҙҙәрен дәүләт хеҙмәттәре порталы, федераль именлек хеҙмәте, Үҙәк банк хеҙмәткәре тип атаусылар ҡатынды аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн уны йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергән. Ханым күсергән, һөҙөмтәлә аҡсаһыҙ һәм страховкаһыҙ тороп ҡалған.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев