Күп балалы ғаилә башлығы Вәхит Вәлиев контракт буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Был хаҡта Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Ҡарабанова хәбәр итә
Вәхит Вәлиев хәләле Ирина менән бөтәһе 29 бала үҫтергән, шуларҙың 26-һы тәрбиәгә алынған. Вәлиевтарҙың ҙур патронат ғаиләһе һәр яҡлап өлгөлө. 2021 йылда улар “Ата-әсә батырлығы” дәүләт наградаһы менән бүләкләнә. Ирина – "Йыл ҡатын-ҡыҙ директоры" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
"Ғаилә башлығы Вәхит Рауил улы Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Уға 57 йәш, МХО-ға ул илһөйәрлек һәм гражданлыҡ бурысы тойғоһонан сығып барырға ҡарар иткән", — тип яҙа Анна Ҡарабанова үҙенең Telegram каналында.
“Мин ситтә ҡала алманым. Йәш егеттәр унда һуғыша. Беҙҙең ике улыбыҙ ҙа әле махсус хәрби операция биләмәһендә, уларға ярҙам итмәҫкә хоҡуғым юҡ. Ватаным, балаларым һәм һөйөклө ҡатынымды яҡларға тейешмен", - ти уҙаман.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4