Предыдущая публикация
Йәл, аңлайбыҙ быны
Шул һаулыҡты бөткәс юғалтып,
Бәхет — китеү фани донъяларҙан
Күберәк кешеләрҙе илатып.
Байлыҡ — бәхет. Нужа кисермәйсә,
Башҡаларға етһә ярҙамың,
Иман менән йәшәп, сама белһәң,
Хәләл булһа әгәр тапҡаның.
Ҡартлыҡ — бәхет. Хоҙай биргән ғүмер
Матур итеп йәшәп үтелһә,
Яҡындарың әгәр ҡәҙерләһә,
Рәхмәт-хөрмәт кенә көтөлһә.
Йәшәү — үҙе бәхет. Тик нишләптер
Кеше мәңге эҙләй, көрәшә...
Бәхет — һөйләшеп тә һүҙең бөтмәҫ
Яҡын кешең булыу йәнәшә.
Фирүзә Абдуллина.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев