Һағындыра... Эйе, беҙ йәш саҡта,
Гөрләп үтер ине һәр байрам!
Теҙелешеп урамдарҙан үтһәк,
Ҡалыр ине халыҡ шат, хайран.
Ҡулда лозунгылар, ҡыҙыл әләм,
Ғорур баҫып үттек сафтарҙа,
Тыуыр көнгә ышаныс та көслө,
Күтәрелмәй ине хаҡтар ҙа...
Уҡып бөткән һәр бер йәш белгесте,
Көтәр ине яңы фатирҙар,
Барыһы ла ябай. Бөгөн килеп,
Байлыҡ өсөн намыҫ һатырҙар...
Кемдер берәү әйтер:"Насармы ни?
Йәшәй алғаныңса йәшәп ҡал,
Кем һуң һинең ҡулдарыңа һуға?
Ала алған тиклем, әйҙә, ал!"
Совет осороның балаһы беҙ!
Намыҫыбыҙ ҡушмай алырға,
Бирһен, Хоҙай, һуңғы көндәргәсә,
Иман, тәүфиҡ менән ҡалырға.
Берҙәмлеккә һис юҡ ҡаршылығым!
Атыр таңдар имен атһындар,
Афәт туҡтатылһын, ир-егеттәр,
Тыуған йортҡа имен ҡайтһындар!
Рузидә Үтәшева-Кәримова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев