Предыдущая публикация
Барыһы ла яҡшы, әсәй, тиһең, (Беләм инде улай түгелен), Ысын ир-егеттәр бер ваҡыт та Һаҡһыҙ ҡыймаҫ әсә күңелен. Хәүеф-хәтәр минут һайын унда, Һис аямаҫ сит-ят ерҙәр һине. Иҫән- имен генә, балаҡайым, Йөрөһәңсе, утҡа һалмай мине. Ил яҙмышы - һинең яҙмыш. Шулай Яҙған беҙгә үтер һынауҙарҙы. Хоҙай ҡөҙрәтенә өмөтөм бар, Ҡабатлайым көн-төн доғаларҙы. Яҙҙың ләйсән ямғырҙары яуыр, Һандуғаслы килер йәйҙәре, Алып ҡайт һин, улым, үҙең менән Яҡты донъяларҙың йәмдәрен. М. Биканасова (26.09.2024)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев