Предыдущая публикация
Ҡаҙ өмәһе бөгөн беҙҙә, Аҡ мамыҡҡа өй тулған. Әйтерһеңдә беҙҙең өйҙә, Ҡар бөртөктәре яуған. Ҡатын ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡалар, Еңдәр төрөп терһәктән. "Йылда шулай уңһын"ҡаҙҙар, Ишетелә теләктәр. Борондан ҡалған йола ул, Ҡаҙ өмәһе үткәреү. Мамығынан ҡыҙ балаға, Яҫтыҡ ,түшәк әҙерләү. Ҡаҙ өмәһе бөгөн беҙҙә, Аҡ мамыҡҡа өй тулған. Ә урамда ап - аҡ ҡарға, Бар донья нурға сумған. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина) 1983 йылда яҙылды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев