“Мин биш йәшемә тиклем русса бер һүҙ ҙә белмәнем. Артабан рус мәктәбендә уҡыным. Әсәйем дә рус телен ныҡлы өйрәнергә кәңәш итте”, - тип башланы был һорауға яуапты төбәк Башлығы.
Ул шулай уҡ һуңғы йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү менән ныҡлап мауығыуы, телефонындағы башҡорт теленә өйрәткән “Сәләм” мобиль ҡушымтаһы менән файҙаланыуы тураһында әйтеп үтте.
“Башҡортса һөйләшәһең икән – был халыҡҡа хөрмәт билдәһе. Туған телемдә һөйләшеүҙән кәйефем күтәрелә. Был минең төпкө аңымда һаҡланғандыр тип уйлайым.
Беҙ полилингваль мәктәптәр төҙөйбөҙ – был милли сәйәсәт. Милли телдәрҙе яҡларға тейешбеҙ. Бала мәктәптә туған телендә, мәҫәлән, сыуаш, мари йәки татар телендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Республикала әле өс башҡорт, Нефтекамала татар полилингваль гимназияһы төҙөлдө. Мишкәлә - мари, тағы ла сыуаш гимназияһы планға алынған, һуңғыһының урыны хәл ителмәгән әле. 2024 йылға 12 полилингваль мәктәп асыу бурысы тора. Киләһеһе Аҡъярҙа буласаҡ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фото: ufa.bezformata.com Сығанаҡ % "Башҡортостан" гәзите
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев