Яңы йылды байрам иткәндә һеҙ пиротехника ҡулланаһығыҙҙыр, моғайын. Әммә уның хәүефле булыуын хәтерҙән сығармайыҡ.
Пиротехниканы һаҡ ҡулланығыҙ!
Полиция хеҙмәткәрҙәре, медиктар һәм ҡотҡарыусылар байрам имен үтһен өсөн, петарда, фейерверк, шартлатҡыстарҙы махсуслаштырылған кибеттәрҙә генә алырға кәңәш итә.
Осһоҙлоғона ҡыҙығып, икеләтә ҡиммәт хаҡ түләй күрмәгеҙ, дуҫтар.
Үкенескә, ундай пиротехник тауарҙарҙың күп өлөшө илгә законһыҙ рәүештә индерелә һәм уларҙың хәүефһеҙлек, сифат сертификаттары юҡ.
Статистика күрһәтеүенсә, республикала йыл да Яңы йыл байрамы осоронда фейерверк, петарда, бенгал уты арҡаһында тиҫтәләрсә янғын сыға. Асыҡ ҡалған тәҙрә аша йортҡа, балконға, төҙөлөш урындарына эләгеп тә ут сығыуы ихтимал.
Пиротехника матур байрам кәйефе бүләк итһен тиһәгеҙ, түбәндәге талаптарҙы үтәү шарт:
- уны һатыуға лицензияһы булған махсус магазиндарҙан ғына алырға;
- 16 йәшкә тиклемге балаларға шартлай торған пиротехник изделиеларҙы һатыу тыйыла;
- ҡушымта ҡағыҙында изделиеның ҡайһы илдә, ниндәй фирма тарафынан сығарылыуы, һаҡлау сараһы, ҡулланыу ҡағиҙәһе тураһында рус телендә мәғлүмәте, етештереүсенең реквизиты, сертификат хаҡында белешмәһе мотлаҡ булырға тейеш;
- балаларға бенгал уттарын, петардаларҙы үҙ аллы яндырырға рөхсәт бирмәгеҙ;
- фейерверк изделиеларын бина эсендә шартлатмағыҙ, ҙур фейерверктарҙы 100 кв.м. киңлектәге майҙанда ғына шартлатыу рөхсәт ителә. Салют атыласаҡ ерҙә ағастар, йорттар, шулай уҡ электр линиялары булмаһын;
- янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Фото: culture.ru Сығанаҡ – “Йәшлек” гәзите
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев