26 декабрҙә «Звезда» телеканалында «Кәрим Хәкимов» — «Совет пашаһы» һәм «Миссия үтәлерлек» документаль фильмының тәүге ике серияһының премьераһы булды.
Кәрим Хәкимов – йәш Совет Республикаһы һәм ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән совет дипломаты, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. 1925 йылда Хәкимов кесе хаж – ғөмрә ҡыла, был яҡташыбыҙҙың (уны Кәрим бей тип йөрөткәндәр) ғәрәп элитаһы алдында абруйын арттыра.
«Ҡыҙыл паша»ға ҡарата репрессиялар һәм 1938 йылда атып үлтереү Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең әлеге көндә лә идара иткән династия вәкилдәрендә тәрән тәьҫир ҡалдыра. Кәрим Хәкимовты саҡырып ҡайтарғандан һуң, был ил менән СССР араһында дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлә.
Фильмда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Олег Озеров, Рәсәй дипломаттары Андрей Бакланов, Геннадий Тарасов, Рәсәй Фәндәр академияһы Африка институтының почетлы президенты Алексей Васильев, публицист Шамил Вәлиев, халыҡ-ара журналист Радик Әмиров һәм башҡалар ҡатнашты.
Фильмды һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.
Сығанаҡ – “Башинформ”
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев