Беҙгә “Роспотребнадзор” килә: районда ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәүҙе тикшерәләр
“Роспотребнадзор” район учреждениеларында һәм ойошмаларында коронавирусҡа ҡаршы сараларҙың нисек үтәлешен тикшерҙе. Бынан алда “Роспотребнадзор”ҙың Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарындағы территориаль бүлеге белгесе-эксперты Хакимиәт башлығы урынбаҫары А.Шафиҡов һәм гәзит хәбәрсеһе менән бергә район Мәҙәниәт һарайына һәм “Вега” сауҙа йортона рейд менән барҙы.
Тикшереү күрһәтеүенсә, ковидҡа ҡаршы саралар күҙәтелә, әммә бар урында ла түгел. Район Мәҙәниәт һарайы беренсе тикшереү объекты булды. Бында төрлө йәштәге кешеләр : балалар ҙа , өлкәндәр ҙә күп йөрөй. Бинаға ингәнда барыһының да куар-коды булыу – булмауын, вакцинация тураһында сертификат һәм һаҡланыу саралары барлығын, тикшерәләр, шулай уҡ температураны үлсәйҙәр. Район мәҙәниәт бүлеге иначальнигы Т.Ковалеваның кабинетында тикшереүселәр үҙҙәре менән таныштырҙы һәм етәксегә ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү тураһында инструктаж үткәрҙе, шудай уҡ тикшереү акты менән танышыуын һоранылар. Мәҙәниәт һарайы директоры А.Декалоға ла шул уҡ тәҡдимдәр бирелде. Артабан беҙ балалар сәнғәт мәктәбенә юл тоттоҡ, ул ошо уҡ бинала урынлашҡан, әммә мәктәпкә инеү юлы икенсе яҡтан урынлашҡан. Ковидҡа ҡаршы инспектор үҙенең тәрбиәләнеүселәрен ҡулына термометр тотоп ҡаршылай.
Мәктәп секретары Ю.Поспелованың һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыу йорто антисептиктар, менән тәьмин ителгән, бүлмәләрҙе дезинфекциялау сараларын ҡулланып йыйыштыралар һәм йыуалар. Уҡыу кабинеттарының береһендә һауаны зарарһыҙландырған рециркулятор эшләй. Тикшереүсе хеҙмәткәрҙәрҙең сертификаттарын күрһәтеүҙе һораны. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәктәптә уҡытыусыларҙың ҡайһы берҙәре вакцинация үтмәүе асыҡланды. Ләкин һауа рециркуляторҙары етерлек түгел, шуға күрә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында иҫкәрмә яҙылды.
Киләһе объект - «Вега» сауҙа үҙәге. Төп инеү юлында инспектор температураны үлсәне, ләкин сертификат һораманы. Түбәндә беҙҙе етемһерәп термометр ятҡан ултырғыс ҡаршы алды. Инспектор урамда ҡабаланмай ғына тәмәке тарта, кешеләр иһә тыныс ҡына пост эргәһенән үтә. Тикшереү комиссияһы ковидҡа ҡаршы инспекторҙар менән килеүселәрҙең куар-кодтарын тикшереү кәрәклеге, шулай уҡ ҡушылған эшкә яуаплы ҡараш тураһында иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе. Әйтергә кәрәк, «Вега» сауҙа үҙәгендә хоҡуҡ боҙоуҙар беренсе тапҡыр ғына асыҡланмай, был хаҡта республика телевидениеһы ла күрһәтте. Әммә сауҙа үҙәге етәкселегенә барыбер, күрәһең. Әйткәндәй, был көндө етәксене күрергә тура килмәне. Шуға ҡарамаҫтан, тикшереү һөҙөмтәләре уға һуңыраҡ тапшырыласаҡ.
Тикшереүселәр иҫкәртеүҙәр менән сикләнде, ләкин “Роспотребнадзор”ҙың тикшереүҙәре артабан да дауам итер, ҡағиҙә боҙған өсөн ҙур штраф яҙылыр, моғайын. Башҡа ойошмалар үҙҙәренә һығымта яһар һәм коронавирус инфекцияһына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ сараларҙы күрер, тип ышанабыҙ.
Үҙ хәбәрсебеҙ
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев