Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы Жәлил Солтанов, яҡты киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып дошман менән алышҡан батыр һалдаттарға сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе, ҡаһарманлыҡтарын юғары баһаланы, тыуған яҡтарына иҫән-һау һәм Еңеү менән ҡайтыуын теләне.
"Фансай" позывнойлы яҡташыбыҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡын туғандарынан, тыуған төйәктәренән теләктәшлек белдергән яҡташтарынан ярҙам тойоу иңдәренә ҡанаттар ҡуя. Осрашыуға "Джамбо" һәм "Монгол" позывнойлы яугирҙәрҙе лә саҡырғайнылар.
Батыр ауылдаштарыбыҙҙың ғәзиз кешеләре исеменән һүҙ һөйләгән Рәйхана Камил ҡыҙының күҙ йәштәре аша әйткән рәхмәттәренә, теләгән теләктәренә битараф ҡалыу мөмкин түгел ине, сөнки был мәхшәр эсендә уның өс яҡыны йөрөй.
Фото: Мәрүәрә Пирғәлина.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев