Тыуған ауылым Нурдәүләт тураһында әллә ҡасан яҙылған ошо шиғырымды ҡыйыр ҡыймаҫ ҡына 2020 йыл ошо группала баҫҡайным.Шиғырҙар,хикәйәләр ныҡ күп,яйлап ҡына баҫырға әҙерләй инем,минән өлгөрөрәк кешеләр булып сыҡты.Бөгөн Суфия Габидуллина(София Янбаева) шылтыратты,апай һинен ошо шиғырың "яңылыш ҡына" минең китапҡа кереп киткән тиеп.Нисек,тигән һорауға,мин отзыв яҙғайным аҫта,шуны биргәйнем тине(кеше китап баҫырға биргәндә,сит кешенең шиғыры аҫтындағы комментарийын да бирә икән).Ҡараламаһын (черновигын) уҡырға ваҡытым булманы ти тағын,иҫ китерлек.Күңел ҡырылды тип әйтһәм,дөрөҫ булмаҫ,ныҡ ауыр булды,шиғырҙарымдың һәр береһе ниндәйҙер тормош ваҡиғаһы менән бәйле,һәр бер һүҙе бер тынала төҙәтеүһеҙ ниһеҙ йөрәк түремдән ярып сыҡҡан ауаз бит ул,ҡайһыныһы күҙ йәше,ҡайһыныһы сикһеҙ шатлыҡ,һөйөү менән бәйле.Минән рөхсәт һораусы булманы шиғырымды баҫырға,бөтөнләй белмәй инем Суфияның "шағирә" икәнен.Авторские права тигән нәмә бар бит,рөхсәтһеҙ кеше әйберенә тейергә ярамай тигәнгә,һин түләргә тейеш шиғырыңды баҫҡан өсөн тиеп яуап бирҙе редактор тине Суфия,авторы һин икәне юйылмаған бит ти.Мин бер ҡасан да Суфияның китабында шиғырҙарымды баҫтырырға йыйынмай инем(танылған авторҙарҙың башҡа тәҡдимдәре бар ине). Суфияның минең шиғырымды үҙенең китабы менән һатып акса эшләүенә ризалығым юҡ,бер ҡасан да рөхсәт итмәнем,итмәйәсәкмен дә.Ул бит,кеше өйөнә кереп,һорауһыҙ уның кейемен алып кейеп йөрөү,йә иһә үҙ әйберҙәре менән бер рәттән һатып ятыуға тиң уғрылыҡ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2