Предыдущая публикация
(Рита Баязитова-Исанаманова)
Ҡанат итеп ҡулдарымды,
Атлығам да, талпынам.
Эй, бейегем килә шулай,
Тыпырҙатып, саҡ ҡына.
Эх, бейегем килә минең,
Геү килтереп, өйрөлөп,
Доньяларымды онотоп,
Өйҙең эсен бер итеп.
Һыҙлауҙарын онотам мин
Ауыртҡан аяҡтарҙың,
Бейеп китәм саң туҙҙырып,
Әйтерһең йәшлек сағым.
Ҡанат итәм ҡулдарымды,
Үҙемә үҙем матур!
Үлеп яратам бейергә,
Эсем тулы шатлыҡ, нур!
"Эх, бейегем килә минең,
Элеккесә, ярышып"-
Тиеп маҡтанып алам да,
Аяҡ китә ҡарышып...
Ҡайтарһаң ине йәшлекте...
Тик бер мәлгә, бейергә,
Геү килтереп, саң борҡотоп,
Сая башҡорт көйөнә!
Туҡтамайса бейер инем,
Доньяларым онотоп.
"Эх, бейегем килә шулай!"-
Тип ултырам ут йотоп.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 12
Мəрхəбə еңгəм кеүек түземлеһең., сабырһың .
Һеззе шул яратам !!!