Балам, бер ваҡыт һин минең ҡартайғанымды күрерһең. Ҡартлыҡ йәмһеҙ булһа ла, сабырлыҡ күрһәтеп, мине артыҡ күрмәһәң ине.
Ашап ултырғанда, ҡулым ҡалтырау сәбәпле, ризығым иҙәнгә төшһә лә, кейемдәремде үҙем кейә алмаһам да, әрләмә мине, балам! Иҫеңә төшөр: хәҙер эшләй алмаған ҡайһы бер нәмәләргә мин һине ҡасандыр үҙем өйрәткән инем. Сабыр бул, балам!
Оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятырға тура килеп, минән ауыр еҫ сыҡһа, ерәнмә, балам! Хәтерлә: һин бәләкәй саҡта мин һине нисек таҙа һәм матур итеп кейендерә инем...
Яңылыш һүҙҙәр әйтһәм, аҡылым юйһам, нимәнелер дөрөҫ эшләмәһәм, минән көлмә, балам! Киреһенсә, минең аҡылым һәм зиһенем бул, миңә ярҙам ит!
Әгәр йөрөгәндә аяҡтарым ҡалтыраһа, үҙем генә йөрөй алмаһам, рәнйемә миңә, балам! Оялма, ҡулдарыңа күтәреп ал, йығылып ятырға ирек бирмә! Һин тәпәй йөрөй алмағанда, мин кешеләрҙән оялманым, һине ҡулымдан төшөрмәнем...
Тормош байлыҡтарына ҡыҙыҡмайса, үлемгә әҙерләнеүем өсөн әрләмә, миңә ҡаршы булма. Минең менән бул, балам!
Үткәндәге яңылыштарҙы иҫкә төшөрөп, мине оялтырға тырышма. Мин һиңә яҡшылыҡтан башҡа бер ни ҙә эшләмәнем.
Балам, һин хәҙер миңә яҡшылыҡ эшләп ҡалырға тырыш. Кәмселектәремде, насар ғәҙәттәремде башҡаларға күрһәтмә, йәшереп ҡал. Бының өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙеңдең гонаһтарыңды ла ғәфү итер. Һинең көлөүең, йылмайыуың мине әле лә элеккесә шатландыра. Ташлама, балам! Һин донъяға килгән көндән бирле һинең менән булдым. Мин үлгәндә, һин янымда булһаң ине, балам!!!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 11
Уз аяғыңда йөрөүзәргә ни етһен инде .