Предыдущая публикация
Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан да һәр ваҡыт яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыла.
Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировкалау селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеялдар, газ баллондары, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, кейемдәр һәм яугирҙарға кәрәкле башҡа әйберҙәр автомобилдәргә тултырылды.
Гуманитар ылауҙа хәйбуллалар йыйған аҡсаға “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәндәре һатып алған ҡиммәтле приборҙар һәм мотоцикл тейәлде һәм мунса ла ылауға ҡушылды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев