Йөрәкте бик ныҡ нығыта, ҡанды таҙарта, организмға хәл керетә.
Һарымһаҡтың организм өсөн файҙалы яҡтары тураһында күптәр белә. Бөгөн сираттағы рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.
Үтә күренмәле шешәгә һәр береһе дүрт өлөшкә бүленгән 12 һарымһаҡ теше һалығыҙ. Өҫтөнә өс стакан ҡыҙыл шарап ҡойорға. Ҡапҡасын ябырға һәм ике аҙнаға тәҙрәнең ҡояшлы яғына ҡуйырға. Көн һайын 2-3 тапҡыр болғатып тороғоҙ. Һуңынан һөҙөргә һәм ҡара шешәгә һалырға.
Ай дауамында көнөнә өс тапҡыр бер сәй ҡалағы ҡабул итергә.
Ул тоҙҙо организмдан сығарыу, эшкә һәләтлелекте арттырыу, ҡанды таҙартыу, иммунитетты яҡшыртыу, ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн шәп сара. Йөрәкте бик ныҡ нығыта, ҡанды таҙарта һәм организмға энергия өҫтәй. Шулай уҡ артыҡ майҙарҙы алып ташлай һәм матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Халыҡ медицинаһы сараһы менән файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2