Әсәһе Гөлнур Барый ҡыҙы вафат булды. Йырсы үҙенең социаль селтәрҙәрендә күңелһеҙ яңылыҡ менән уртаҡлашты. Ул Әлшәй районы Яңы Сепәш ауылында ерләнде.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙ — Ғиззәтуллина Гөлнур Барый ҡыҙы, беҙҙе ташлап китте», - тип яҙҙы һәм ярҙамдары өсөн ауылдаштарына, дуҫтарына, яҡындарына рәхмәтен белдерҙе.
Апрелдә Гөлнур Ғиззәтуллинаға 70 йәш тулыр ине. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 2000 йылда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеү яулай. Гөлнур Барый ҡыҙы, өс балаға – ике улға һәм ҡыҙға ғүмер бирә. Уны шулай уҡ шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы булараҡ яҡшы беләләр, ҡайһы бер шиғырҙарҙына Рөстәм Ғиззәтуллин көйҙәр ижад итә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 8